
Көн рәсеме

Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы (Пугачёвщина, Пугачёв болаһы, Пугачёв ихтилалы) — казактарҙың, крәҫтиәндәрҙең һәм Урал менән Волга буйы халыҡтарының императрица Екатерина II хөкүмәтенә ҡаршы оло масштаблы һуғышҡа әүерелгән ихтилал.
1772 йылда Яйыҡ ҡаласығында ғәскәрҙең юғары старшиналар ҡатламына һәм хөкүмәт вәкилдәренә ҡаршы казактарҙың ихтилалы башлана. Ихтилал баҫтырыла, әммә казактар баш эймәй, ә яңы сығышҡа сәбәп көтөп шымалар. Бындай сәбәп Яйыҡта үҙен Пётр III тип иғлан иткән Дон казагы, ҡасҡын Пугачев килеп сығыуы менән яңыра. 1973 йылдың 17 (28) сентябрендә Бударин форпосынан башланған Яйыҡ казактарының яңы сығышы бик тиҙ Ырымбур крайын, Уралды, Кама буйын, Башҡортостанды, Көнбайыш Себерҙең бер өлөшөн, Урта Волга буйын ялмап ала. Ихтилал барышында агитация һәм иң мөһим хыялдарҙы тормошҡа ашырыу буйынса вәғәҙәләр һөҙөмтәһендә казактарға башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар, татарҙар, Урал заводтары крәҫтиәндәре ҡушыла. 1773 йылдың сентябренән 1774 йылдың мартына тиклем ихтилалдың беренсе этабы баш күтәреүселәрҙең уңыштары менән билдәләнә, әлеге уңыштар иррегуляр казак һәм урыҫ булмаған частарҙың тәжрибәле вәкилдәренең күп һанлы булмаған һәм рухи яҡтан тарҡатылған хөкүмәт ғәскәрҙәренән өҫтөнлөклө булыуы менән бәйле. Ихтилалсылар Ырымбурҙы, Яйыҡ ҡаласығын, Өфөнө баҫып алалар, күп һанлы ҡаласыҡтарҙы, нығытмаларҙы һәм заводтарҙы яулайҙар.
Хәлдең бөтә етдилеген аңлаған хөкүмәт империяның көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш сиктәрендәге ғәскәрҙәрҙе туплай башлай һәм тәжрибәле булған генерал-аншеф А. И. Бибиковты етәксе итеп тәғәйенләй. Бының һөҙөмтәһендә 1774 йылдың март айында баш күтәреүселәр бөтә урындарҙа ла уңышһыҙлыҡҡа тарый, күп кенә күренекле ихтилал етәкселәре һәм ябай ҡатнашыусылар ҡулға алына йәки үлтерелә, ҡалғандары тарҡатыла. Әммә Бибиковтың вафатынан һуң, 1774 йылдың апрелендә, ихтилал Көньяҡ Урал завод крайында һәм Тарихи Башҡортостанда яңы көс менән ҡабынa. Пугачев тарҡатылған отрядтарҙы берләштереүгә өлгәшә һәм ауыр еңелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, Урал һәм Кама буйындағы походтарҙан һуң 1774 йылдың июлендә империяның иң эре үҙәктәренең береһе булған Ҡаҙанды баҫып ала.
↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?
|
|
| Бөгөн: 10 ноябрь ♦ Кисәге: 9 ноябрь ♦ Иртәгә: 11 ноябрь ♦ Барлыҡ көндәр ♦ |
Халыҡ-ара
БМО: Тыныслыҡ һәм үҫеш өсөн фән көнө.
Ер: Бөтә донъя йәштәр көнө.
- Киберпсихология көнө.
- Юзабилити көнө.
Милли
Һөнәри
тулы исемлек
- Гололобов Николай Михайлович (1928—27 май 2016), хирург-табип. 1959—1989 йылдарҙа Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Павловка ауылынан.
- Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылынан.
- Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (1943), ревматолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Алеев Виталий Шамшеевич (1948), СССР һәм Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылынан.
- Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (1948—25.11.2012), микробиолог-ғалим, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004).
}}
|
| 10 ноябрь юбилярҙары |
тулы исемлек
- Хәлилова Мәфтуха Ишҡул ҡыҙы (1926—2003), Бүздәк районы мәктәптәренең элекке педагогы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Злотский Семён Соломонович (1946), юғары мәктәп хеҙмәткәре, химик-технолог-ғалим. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—1987 йылдарҙа лаборатория мөдире, 2010 йылдан — дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), химия фәндәре докторы (1977), профессор (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2019), Башҡортостан Фәндәр академияһының Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премияһы (2012) лауреаты.
- Халиҡова Римма Ибраһим ҡыҙы (1946), педагог. Ауырғазы районы Ишле урта мәктәбенең элекке рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса элекке урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
{{#if: 4 ||
тулы исемлек
- Гололобов Николай Михайлович (1928—27 май 2016), хирург-табип. 1959—1989 йылдарҙа Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Павловка ауылынан.
- Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылынан.
- Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (1943), ревматолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Алеев Виталий Шамшеевич (1948), СССР һәм Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылынан.
- Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (1948—25.11.2012), микробиолог-ғалим, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004).
}}
|

Әбүғәлисина — күренекле фарсы философы һәм табибы, көнсығыш аристотелизмы вәкиле. 980 йылда Урта Азияла Бохара ҡалаһы янындағы Афшан ҡалаһында тыуа. Солтан һарайының табибы һәм вәзире була. Урта быуаттарҙың һәм ислам донъяһының иң танылған һәм абруйлы ғалим-философы.
ң
Әбүғәлисина Бохарала бай ғаиләлә тыуа. Уның атаһы белемле, мәртәбәле зат булып, улын да үҙенең мәсләге йүнәлешендә тәрбиәләргә тырыша. Әбүғәлисина 10 йәшендә үк Ҡөрьәнде яттан белә. 985—96 йылдарҙа Бохарала башланғыс мәктәптә уҡый; һуңыраҡ өйөндә белем ала — математика, физика, логика, астрономия, философия һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнә. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен, уларҙың грамматикаһын 15—16 йәштәрендә үҙ аллы уҡый. Был фәндәрҙе Бохараға килгән ғалим Әбү Абдалаһ Натил менән өйрәнә. Һуңынан 16 йәшлек малай үҙ алдына уҡый. Аристотелдең «Метафизика»һы менән танышҡансы геометрия, астрономия, музыканы еңел өйрәнә. Үҙенең автобиографияһында «был китапты бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым, әммә аңламаным» тип билдәләй. Әл-Фарабиҙың «Метафизикаға аңлатмалар»ын уҡығас ҡына төшөнөп китә.
16 йәшлек Ибн Синаны Бохараның әмирен дауаларға саҡыралар. Автобиографияһында: «Медицинаны өйрәнә башланым, ауырыуҙарҙы күҙәтеп, белемемде тулыландырҙым, был мине китаптарҙа булмаған төрлө дауалау алымдарына өйрәтте», — тип яҙа ул.
1002 йылда ҙур ғалимдар даирәһен берләштергән «Мамум академияһы» урынлашҡан Гүргәнч (хәҙерге Үргәнес) ҡалаһына күсеп китә. Солтан Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итеүҙән баш тартҡандан һуң (1008), йәберләнеүҙәргә дусар була, Хорасанда һәм Табарстанда ил гиҙеп йөрөй. Күп кенә хеҙмәттәрен юлда саҡта эйәр өҫтөндә килеш яҙа.
1015—1024 йылдарҙа Хәмәданда йәшәй, фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, әмирлектең сәйәси һәм дәүләт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
↪ д а у а м ы…
|